Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ярыштарҙы ҡарағыҙ

Баш ҡалабыҙ 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашасаҡ спортсыларҙы сәләмләне.

Билдәле булыуынса, 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарында туғыҙ спорт төрө буйынса көс һынашасаҡтар.
Бөгөн Өфөләге “Ватан” паркында – ҡаяға үрмәләү, оҙонлоҡҡа һикереү, “Өфө” стадионында – оҙонлоҡҡа һәм юғарыға һикереү, футбол, Спорт әҙерлеге үҙәгендә – йөҙөү, грек-рим көрәше, фехтование, 32-се мәктәптә – дзюдо, баскетбол, “Ҡашҡаҙан”да пляж волейболы буйынса ярыштарҙы ҡарарға мөмкин.
Йәш спортсыларға уңыш юлдаш булһын тип теләйек.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/yaryshtar-y-ara-y/
Читайте нас: