Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республикала ҡайҙа ял итергә була?

Республикала ҡайҙа ял итергә була?

Башҡортостан үҙенең бай тәбиғәте менән данлы. Уникаль һәйкәлдәр, шишмәләр, күлдәр, тау йылғалары һәм һыуһаҡлағыстар – былар барыһы ла туристарҙы таң ҡалдыра һәм беҙҙең юғары тиҙлектә үткән көндәлек ығы-зығыларҙан ситләшергә ярҙам итә. Туристар а бигерәк тә һыу буйында ял итергә ярата. Быйылғы һауа торошо һыу инергә мөмкинлек бирмәһә лә, алдағы өмөт менән, республикабыҙҙың ял итеү өсөн иң яҡшы һыу ятҡылыҡтарына күҙәтеү яһайыҡ.
Нөгөш һыу һаҡлағысы. 25 киломерға һуҙылған һыу ятҡылығы 1967 йылда Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын һыу менән тәьмин итеү өсөн төҙөлә. Республикала иң шәп һаналған 235 километрға һуҙылған Нөгөш йылғаһының тамағынан 50 километр ҡала быуып ҡуялар. Был һыу ятҡылығы күп йылдар инде туристарҙы үҙенә тартып тора. Бында палаткалар менән дә ял итеп була, шулай уҡ яр буйында бихисап туристик базалар һалынған.
Зәңгәркүл Өфөнән барлығы 40 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан. Был 400 квадрат мертлыҡ күлгә зәңгәр төҫтө төбөндәге шифалы зәңгәр балсыҡ бирә. Күлдең үҙенсәләге шунда, ул ҡышын да туңмай. Йәй көнө лә һыуҙың температураны 5 градустан артмай, сөнки уның төбөндә бер нисә шишмә сыға. Күлде эзбишташлы ҡаялар уратып алған, әгәр ҙә уларға күтәрелһәң, йылғаға ағып төшкән күлде күреп һоҡларынға була.
Еҙем йылғаһының оҙонлоғо – 307 километр, Юрматау битенән башлана, сәғәтенә 3-5 км тиҙлектә аға. Тиҙ ағымда кәмәлә йөҙөргә яратҡан туристар өсөн иң яҡшы йылға, сөнки уның ярҙары бик йәмле - текә ҡаялар, ылыҫлы урмандар осрай.
Сим йылғаһы Силәбе өлкәһендә башлана. Был йылға шулай уҡ кәмәлә йөҙөргә яратҡан туристарҙың иғтибарын йәлеп итә. Симде балыҡсылар ярата, сөнки ул төрлө балыҡҡа бай. Йылғаның ярҙары ҡомло, урыны менән ваҡ ташлы. Эҫе көндә ял итеү өсөн был идеаль урын, сөнки нәҡ ошо йылға буйында үтә күренмәле һыуҙа ҡойоноп, ҡомло пляжда ҡояшта ҡыҙынып була. Иглин районы Асҡаныш ауылы янындағы пляжды ожмах мөйөшө, йәки алтын пляж тип атайҙар, туристар араһында был урын таҙа һыуы һәм алтын ҡомло пляжы өсөн популярлыҡ яулаған.
Асылыкүл – Башҡортосмтандың иң ҙур күле. Ул Дәүләкән ҡалаһынан 27 километр йыраҡлыҡта урынлашған, киңлеге биш километр, оҙонлоғо – һигеҙ. 2011 йылда күлде һәм уны уратҡан территорияны тәбиғәт паркы тип танылылар. Был күл ғаилә менән ял итеү өсөн уңайлы. Асылыкүл буйында үҙ аллы ял итеү, йәки бихисап турбазаларҙы һайларға була. Был күлдә әүҙем ял яратыусыларҙы ылыҡтыра, сөнки бунда виндсерферҙа йөҙөргә, пара- һәм дельтопланда осорға була. Күлдең уникаль үҙенсәлеге – ул минераль тоҙҙарға бай булыуы менән диңгеҙҙе хәтерләтә.
Тағы ла бер уникаль күл – Ҡандракүл. Ул ла Асылыкүл кеүек, Европалағы иң ҙур күлдәр һанына инә. Ҡандракүл ҡомло ярҙары һәм таҙа һыуы менән дан ҡаҙана. Күлдең майҙаны – 15,6 километр, иң тәрән ере 15 метрҙан ашыу. Ҡандракүл сөсө һыулы тип һаналһа ла, һыуында тоҙ барлығы һиҙелә. Был күл буйында шулай уҡ күп төрлө турбазалар урынлашҡан, палатҡалар менән ял итергә яратыусылар өсөн урын етерлек.
Яҡтыкүл Урал артында өс тау менән уратып алынған. Күлдең майҙаны – 7,7 километр. Ул 1965 йылдан бирле Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы һанала. Яҡтыкүл - туристарҙың яратҡан урыны. Уның ярҙарында бихисап пляждар йыһазландырылған, яҡын тирәлә турбазалар һәм балалар лагерҙары бар.
Павловка һыуһаҡлағысы — Ҡариҙел йылғаһында Павловка ГЭС-ы плотинаһы хасил иткән һыуһаҡлағыс. Өфө ҡалаһы өсөн һыу менән тәьмин итеү резервы булып тора.
Үрге һәм урта өлөшө Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районында, түбәнге өлөшө республиканың Благовещен һәм Нуриман райондары араһында урынлашҡан.
Һыуһаҡлағысты тултырыу ГЭС төҙөлөшө башланғандан һуң 9 йылдан — 1959 йылда — башлана һәм 1961 йылда тамамлана. Ул 150 киломерға һуҙылған. Уртаса тәрәнлеге – 11,7 метр, плотина янында 35 метрға етә. Палаткалар менән ял итергә яратҡан туристар уны һайлай. Шулай уҡ балыҡсыларҙың һөйгән урыны – бында ҡорман, ҡарабалыҡ, һыла балығы, суртан, алабуға, йәйен, шамбы һәм башҡа бик күп төрлө балыҡ йөрөй.
Ағиҙел ҡалаһы республикалағы иң ҙур йылға буйында урынлашып, уның исемен алған, уның тирә-яғында шулай уҡ күлдәр ҙә бар. Бигерәк тә балыҡсылар беҙҙең ҡаланы ярата, күрше Татарстан, Удмуртия республикаларынан, Пермь өлкәһенән киләләр. Һыу инеү өсөн ҡала ситендә генә йыһазландырылған пляж бар, ғаилә менән ял итергә теләүселәр өсөн Апаиш йылғаһы һәм халыҡ араһында Мәскәү каналы тип аталған һыу ятҡылығы яры буйында бер нисә туристик база эшләп килә. Диңгеҙгә барырға мөмкинлек булмаһа, Ағиҙелгә рәхим итегеҙ!
Читайте нас: