Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Нефтекама халҡы менән осрашасаҡ

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Нефтекамаға эш сәфәре менән барасаҡ.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Нефтекамаға эш сәфәре менән барасаҡ.
Ведомство етәксеһе урындағы халыҡ менән ике мәртәбә осрашасаҡ. Тәүгеһе иртәнге сәғәт 11-һә Балалар һәм йәштәр ижады һарайында (Ленин урамы, 23), икенсеһе — сәғәт 1-ҙә Әмзә ауылының Мәҙәниәт йортонда (Мәктәп урамы, 25) үтәсәк.
«Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, Максим Забелин 2018 йылдың декабренән бирле һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын үтәй. Санкт-Петербург Хәрби-медицина академияһын, Рәсәй Оборона министрлығы Табиптарҙы камиллаштырыу дәүләт институтының клиник ординатураһын тамамлаған. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында МВА дәрәжәһен һәм медицина фәндәре докторы исемен алған.
http://www.bashinform.ru/bash/1331643/
Читайте нас: