Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Еләктәре ҡыҙарып бешкән, ҡайҙан йыйҙығыҙ икән...

Еләктәре ҡыҙарып бешкән, ҡайҙан йыйҙығыҙ икән...

Быйылғы йәйҙең холҡона ушың китерлек: әле генә ҡояш ҡыҙҙыра, кешеләр йәйге кейемдәрен кейеп ҡыуана, йыйылып һыу буйына төшөп китә, тәбиғәт ҡосағында ял итеп рәхәтләнә; күҙ асып йомғансы ошо хозурлыҡтың эҙе лә ҡалмай – күк йөҙөн ҡара болоп ҡаплап ала, көслө ел сыға, ҡойоп ямғыр яуа башлай, көндәр, төндәр буйы туҡтамаған саҡтары ла була. Кешеләр тағы ла йылы кейемдәргә күсә…
Ямғырҙар күп яуғас, йәйрәп ятҡан йәшеллеккә, ҡуйы, ҡотороп үҫкән үләндәргә, күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләргә, бер туҡтауһыҙ “леп тә леп” килеп осҡан күбәләктәргә ҡарап күңел шатлана. Ирекһеҙҙән үҙеңде шундай бәхетле итеп тояһың. Эйе, ысынлап та был тиклем тәбиғәт бүләген нисек бәхет тип атамайһың?
Ҡала баҙарҙары буйлап бер үтегеҙ һәм иғтибар итегеҙ әле, нефтекамалар һәм яҡын ауылдарҙан килгәндәр нимә менән һатыулыҡ итә? Дөрөҫ! Башлыса, урман һәм баҡса күстәнәстәре менән. Бында хуш еҫле урман еләге лә, ҡыҙарып бешкән баҡса еләктәре лә, ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат та, сейә лә бар.
Ер еләге быйыл бөтә ерҙә лә юҡ, урыны-урыны менән генә. Еләкле урындарҙы белмәгәндәр иһә рәхим итегеҙ – баҙарҙа биш литрлы биҙрәһе 800-900 һум тора.
– Ҡайҙан йыйҙығыҙ? – тип һорайым ер еләге һатып ултырған урта йәштәрҙәге ҡатындан.
– Беҙ йыйған ерҙә башҡаса юҡ, йыйып бөттөк! – тип яуап бирә ул йылмайып.
Шунда уҡ эргәһендә ултырған өлкәнерәк йәштәге апай һүҙгә ҡушыла:
– Эҙләһәң еләк бар, иренмәйенсә йыйырға ғына кәрәк, әммә ултырып йыйырлыҡ түгел, – ти ул.
Һөйләшеп торған арала, хаҡы ҡыйбат тип тормай, ике биҙрә еләкте һатып алып та киттеләр. Хәйер, урманда серәкәйҙән, кигәүендән талана-талана, бил бөкрәйтеп, эҫелә тир түгеп йөрөгәнсе, һораған хаҡты йәлләмәйенсә биреп, һатып алыуың мең артыҡ.
Ер еләгенең хаҡы менән ҡыҙыҡһынам, биш литрлы биҙрәһе – 800-900 һум.
Сейә уңған быйыл, уның биш литрлы биҙрәһен – 300, ун литрлыһын 600 һумға һаталар.
Ҡара ҡарағат та бешеп өлгөргән, биш литрлы биҙрәһенә иһә 600 һум һорайҙар, ә ҡыҙыл ҡарағат бер аҙ арзаныраҡ – 350 һум.
Ҡура еләге һатыусылар артыҡ күп түгел, уның бер литры 200 һум тора.
Еләк-емеш һатыусыларҙың күбеһе шулай уҡ һуң мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, башҡа төрлө шифалы үләндәр менән дә сауҙа итә. Ямғырҙар күп яуыу сәбәпле, бәшмәк сыҡҡан икән, шул тиклем еләк йыйыусыға бәшмәк нәмә ул! Биҙрә-биҙрә һары бәшмәк теҙелеп киткән – биш литрлы биҙрәһе – 250 һум.
Бына бит, минең кеүек иртәнән кискә тиклем эштә булып, урманға бара алмағандар өсөн – рәхим ит, тәбиғәттең бөтә байлығы ла бар! Әлбиттә, бындай байлыҡ эргәһенән буш ҡул менән ҡайтып китә алманым, һыуыҡ ҡыштарҙа еләк менән сәй эсеп ултырғанымды күҙ алдына килтереп, ер еләге һатып алдым. Әйткәндәй, ер еләге бик файҙалы. Уның сәскәләре менән япраҡтары ла шифалы. Йыйып киптереп, ҡышын сәйгә һалһаң, йәйге урман иҫеңә төшәсәк, һаулығың да нығыясаҡ. Файҙаһы нығыраҡ булһын өсөн уны еләк төбөндәге үләндәре менән ашарға, ҡайнатманы ла шул килеш бешерергә кәңәш ителә.
Шулай итеп, йәй көндәрендә еләктәр менән һыйланып ҡалырға ашығығыҙ һәм Тәбиғәт-әсәбеҙгә рәхмәт әйтергә лә онотмағыҙ.
Фото: progorod58.ru
Читайте нас: