Ҡурай
-26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Яңауыл тыуған көнөн билдәләне

Яңауыл тыуған көнөн билдәләне

Ҡаланың тыуған көнөнә арналған саралар физкультура-һауыҡтырыу комплексы территорияһында йәйелдерелде. Бында армспорт, мини-футбол, пляж волейболы һәм башҡа төр уйындар ойошторолдо. ГТО нормаларын үтәүселәр ҙә байтаҡ булды. Оло йәштәгеләр һәм сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн куп саралар ойошторолдо.
Ҡала паркында байрамдың балаларға иҫәпләнгән көндөҙгө өлөшө үтте. Эшҡыуарҙар сабыйҙарға батутта һикерергә, квадроциклда йөрөргә, татлы мамыҡ, поп-корн һәм башҡалар менән һыйланырға тәҡдим итте. Төрлө акция, викторина, конкурс, уйындар әҙерләнгән ине. Йолаға әүерелгән «Һыбайҙар уҙышы» айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Сараның тантаналы өлөшөн район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов асты. Ҡаланы төҙөүселәргә, уның аяҡҡа баҫыуына күп көс һалған яңауылдарға рәхмәтен белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзил Низаметдинов та яңауылдарҙы байрам менән йылы ҡотланы.
Читайте нас в