Был аҙна пландар ҡороу өсөн бик уңайлы мәл. Ҡурҡмағыҙ, ҡыйыуыраҡ булығыҙ. Аҙна аҙағында өҫтәмә аҡса эшләп алыу мөмкинлеге килеп сығыр. Уны ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Шаршамбы һәм йома аҙнаның ғына түгел, ә ғөмүмән айҙың иң уңышлы көндәре булмаҡсы. Бар эштәрегеҙ ҙә ыңғай хәл ителер. Шуға күрә иң мөһим эштәрегеҙҙе тап ошо көндәргә планлаштырығыҙ. Ғаилә ҡороу өсөн дә ҡулай мәл.
Ысынбарлыҡтан “китмәгеҙ”. Хыялдар менән йәшәүҙе туҡтатып, донъяға реаль ҡарай башлағыҙ. Был үҙенең һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмаҫ. Ҙур ғына сумма аҡсағыҙ сығыуы ихтимал. Уйлап тотоноғоҙ.
Һеҙгә ял итергә ваҡыт етте. Организмығыҙҙы “көсләмәгеҙ”. Ялһыҙ эшләүҙән бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ. Тәбиғәт ҡосағына сығығыҙ. Ғаилә ағзаларын, балаларығыҙҙы ла үҙегеҙ менән алырға онотмағыҙ.
Яҡындарығыҙ менән сабыр булығыҙ. Үҙегеҙҙең хаҡлы икәнегеҙҙе белһәгеҙ ҙә, шым ҡалыу күпкә отошлораҡ. Тауыштың күсемһеҙ милек сәбәпле сығыуы ихтимал. Барлыҡ документтарығыҙҙы ла ваҡытында рәткә килтерергә кәңәш итәбеҙ.
Нисек эшләйһегеҙ – шулай ашайһығыҙ. Көс һәм тырышлыҡ һалаһығыҙ икән, бының емештәрен шунда уҡ күрәсәкһегеҙ. Ялҡауланып ятһағыҙ, уңышҡа өмөтләнмәгеҙ ҙә. Ял итеү өсөн ҡулай осор. Шәхси тормошто яйға һалыу өсөн дә уңай мәл. Яңғыҙҙар, файҙаланып ҡалығыҙ.
Ҡабалан ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Икеләнгән саҡта үҙегеҙҙе тыңлағыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ ҙә, ғаилә ағзалары ла был осорҙа дөрөҫ кәңәш бирә алмаҫ кеүек. Эштәр өсөн аҙнаның уртаһы уңышлы.
Һаулыҡ менән шөғөлләнә торған мәл. Әллә ҡасан табипта булғанығыҙ юҡмы? Барығыҙ! Ҡурҡыныс сирҙәр тапмаһалар ҙа, кәрәкле кәңәштәр ишетерһегеҙ. Алдығыҙға ҡуйған пландарҙың барыһын да үтәйем тип, артыҡ көс һалмағыҙ. Барыбер өлгөрә алмаясаҡһығыҙ.
Һеҙҙең өсөн үтә уңышлы мәл етте. Үҙегеҙҙең матур сифаттарығыҙҙы файҙаланып, эштәге лә, шәхси тормоштағы ла проблемаларҙы хәл итергә мөмкин. Матур итеп йылмайыу, асыҡ күңелле булыу ҙа етә бының өсөн.
Ижад өсөн бик матур осор. Һеҙ уйлаған нимәләр мотлаҡ яҡындарығыҙға оҡшаясаҡ. Аҡса менән иплерәк булығыҙ. Бушҡа-юҡҡа әрәм итмәҫкә тырышығыҙ. Тиҙ арала уларҙың кәрәк булыуы ихтимал.
Әүҙем һәм инициативалы булһағыҙ, һеҙҙе етәкселек күрәсәк һәм баһалаясаҡ. Иң ҡыйыу идеяларығыҙҙы ла тормошҡа ашыра алаһығыҙ. Ғаилә ағзалары менән йомшағыраҡ булығыҙ, ҡайһы ваҡыт уларға һеҙҙең иғтибарығыҙ етмәй китә.
Ғәйбәткә ышанмағыҙ һәм үҙегеҙ ҙә уларҙы таратмағыҙ. Элекке эштәрегеҙҙе теүәлләү менән шөғөлләнегеҙ. Айырыуса ял итергә китеүселәргә ҡағыла был.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/yondo-nam-22-28-iyul/