Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Журналистар тәжрибә уртаҡлаша

Өфөлә "Инфорум" журналистар форумы асылды.

Өфөлә "Инфорум" журналистар форумы асылды. Республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан йыйылған журналистарҙы Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев сәләмләне.
- Журналистика бер ҡасан да урынында тормай. Һәр ваҡыт үҫешә торған тармаҡ, шуға күрә көндәлек тормошта ниндәйҙер яңылыҡтар тураһында белмәй ҡалабыҙ. Ошо сәбәпле беҙ төбәктәр буйлап ҙур форумдар ойошторабыҙ, уҡытыуҙар үткәрәбеҙ, – тине ул.
Сараның төп спикерҙары – "Башинформ"дың директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, "Комсомольская правда" холдингы советнигы Илья Лочканов.
Көн дауамында барған форумда төрлө оҫталыҡ кластары ойоштороласаҡ, һәр тармаҡ буйынса айырым һөйләшеүҙәр үтәсәк.
Р. Мусина фотоһы.
Автор: Ә. Минғәлиева
https://bash.rbsmi.ru/news/zhurnalistar-t-zhrib-urta-lasha/
Читайте нас: