Владимир Путин милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса саралар исемлеген раҫланы
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә түбәндәге бурыстар йөкмәтелә:
* 2019 йылда Рәсәй Федерацияһының стратегик үҫешен тәьмин итеүсе төп йүнәлештәр буйынса милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн, норматив-хоҡуҡи базаны нығытыуҙы маҡсатын ҡуйған Федераль закон ҡабул итеүҙе тәьмин итеү;
* Рәсәй Банкыһы һәм Федераль именлек хеҙмәте менән берлектә һанлы финанс активтарын көйләү һәм һанлы технологиялар ярҙамында финанс ресурстарын йәлеп итеүҙе яйға һаласаҡ Федераль закон проекттарына ҡарата уртаҡ ҡараш булдырыу;
* Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары менән берлектә, төбәк программаларына ярашлы, граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, айырым категорияға ҡараған граждандарҙы льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү мөмкинлектәренә анализ яһау;
* Кәрәк тип табылған осраҡта, айырым категорияға ҡараған граждандарҙы тейешле күләмдә льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү маҡсатында, Рәсәй Федерацияһы субъекттарына федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса бүлеү.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/vladimir-putin-milli-proekttar-y-tormosh-a-ashyryu-buyynsa-saralar-isemlegen-ra-lany/