Микроволновка – күп хужабикәләргә ҙур ярҙамсы. Эштә лә ул беҙҙең тормошто күпкә еңеләйтә.
Тик, ғалимдар әйтеүенсә, унда ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте йылытырға ярамай. Йылытыусы элемент молекулаларға тәьҫир итеп, уларҙың бәйләнешен емерә. Был тәьҫир һөҙөмтәһендә аҙыҡтың составы үҙгәрә, файҙаһынан зыяны күберәк була.
Тиҙ әҙерләп ашарға яратыусылар ниндәй аҙыҡ микроволновкала йылытҡандан һуң зарарлыға әйләнгәнен белергә тейеш. Һыйыр итен йылытҡан ваҡытта майҙары һәм протеиндар тарҡала, ә канцероген матдә үҫә. Әсә һөтө, балалар аҙығын йылытҡанда файҙалы аминокислоталар емерелә, аҙыҡ ағыулыға әйләнә. Шулай уҡ табиптар ярма аҙыҡтарын, туң еләк-емеш, йәшелсәләрҙе йылытыуҙы тыя.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/mikrovolnovkala-nind-y-a-y-tar-y-yylytyr-a-yaramay/