Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
7 Август 2019, 22:46

Бөтә хикмәт - һигеҙ көрөшкә сәйҙә!

Бөтә хикмәт - һигеҙ көрөшкә сәйҙә!

Фитнес өлкәһендәге эксперт Ники Виброуҙың һүҙенә ышанырғамы, юҡмы, үҙегеҙ хәл итегеҙ.
Уның раҫлауынса, көнөнә һигеҙ көрөшкә сәй эсеү организм өсөн бик файҙалы, шул саҡта ғына һыу балансы һаҡланасаҡ. Ә сәйҙәге антиоксиданттар холестеринды оҙайтыуға йоғонто яһай, ауырлыҡты ла кәметә, тип иҫәпләй эксперт.
Тимәк, кеше организмы ҡартлыҡҡа бирешмәй оҙаҡ ваҡыт йәшлеген һәм сәләмәтлеген һаҡлаясаҡ. Йәшлек сере сәйҙә генә булһа, беҙ һис һүҙһеҙ һигеҙ көрөшкәне генә эсеп бушата алырбыҙ. Ники Виброу әйтеүенсә, ул эш ваҡытында һәр сәғәт һайын бер көрөшкә сәй эсә икән. “Шуға күрә тәнем һығылмалы, тире торошо йәштәрҙеке кеүек”, тип маҡтана эксперт.
Автор: Д.Ғәбдрәхимова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/b-t-khikm-t-ige-k-r-shk-s-y-/
Читайте нас: