Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
8 Август 2019, 07:37

Милли проект: “Сириус” тәжрибәһе илебеҙгә тарала

Милли проект: “Сириус” тәжрибәһе илебеҙгә тарала

“Мәғариф” федераль милли проекты – илебеҙҙә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Документ ун баҫҡыстан тора: “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Балалары булған ғаиләләргә ярҙам”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “ Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш һөнәрмәндәр”, “Һөр кемдең яңы мөмкинлектәре”, “Социаль әүҙемлек”, “ Мәғариф эксперты” һәм “Һәр кем өсөн социаль лифт” бүлектәре.
Ғөмүмән, улар нигеҙендә мәктәптәрҙең матди-техник базаһын яңыртыу, ауылда яңы мәктәптәр төҙөү, өсөнсө сменаны тулыһынса бөтөрөү һәм башҡа уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола. Иғтибарға лайыҡ тағы маҡсат: Рәсәйҙең бөтә субъекттарында ла Сочи ҡалаһындағы “Сириус”ҡа оҡшаш балаларҙың һәләтен асыҡлау һәм үҫтереү белем үҙәге асыу.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан;
#ВладимирПутин
Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/milli-proekt-sirius-t-zhrib-e-ilebe-g-tarala/
Читайте нас: