Рәсәй Президенты олимпиада еңеүселәре өсөн стипендиялар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Ул дөйөм фәндәр буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусыларға премия түләргә вәғәҙә бирҙе. Владимир Путин билдәләүенсә, 2019 йылда алтын миҙал өсөн уҡыусылар һәм уларҙың тренерҙары – бер миллион һум, көмөш өсөн – 500 мең һум, бронза өсөн 400 мең һум аласаҡ.
Әйткәндәй, быйыл вуздарҙағы магистратура студенттары ла грантҡа дәғүә итә ала. Ил Президенты билдәләүенсә, студент-магистрҙар айырым ҡаҙаныштары өсөн дәүләт түләүен аласаҡ. Уның күләме ай һайын 20 мең һум тәшкил итәсәк.
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/vladimir-putin-olimpiada-e-e-sel-ren-million-v-itte/