Билдәле музыкант, йырсы, “ДДТ” төркөмө лидеры Юрий Шевчуктың әсәһе вафат булған.
Фәниә Әкрәм ҡыҙы менән хушлашыу өсөн бөгөн төндә Юрий Шевчук Башҡортостандың баш ҡалаһына килгән.
Фәниә Шевчукка 94 йәш булған. Музыканттың атаһы, Юлиан Сосфенович, бынан алты йыл элек донъя ҡуйған. Билдәле булыуынса, данлыҡлы рок-музыкантты тәрбиәләп үҫтергән ғаилә ғүмер буйы Өфөлә йәшәгән. Юрий Юлианович йыш ҡына тыуған ҡалаһына ҡайтып йөрөүе лә билдәле: ул күп интервьюларҙа атаһы менән әсәһен бик йылы итеп телгә алған.
Фәниә Әкрәм ҡыҙы – рәссам, ғүмер буйы Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем биргән. Музыкант та ҡасандыр ошонда белем алған.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/yuriy-shevchuk-s-e-men-n-khushlasha/