Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
14 Август 2019, 20:53

15 һыйыр батып үлгән... Нисек?

15 һыйыр батып үлгән... Нисек?

Ғафури районының Юлыҡ ауылы янында 15 һыйыр батып үлгән. Бына ҡайҙа ул малына ҡарап ҡына торған ауыл кешеһенә зыян! Сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ? Сир ҙә түгел, ҡырағай йәнлек тә ҡырмаған. Меҫкен малҡайҙар Еҙем йылғаһында батып үлгән.
Баҡһаң, тимер бетонлы күперҙе ремонтлай башлағандар һәм ваҡытлыса тип ағастан яһап торғандар. Был тирәлә һыйырҙар кисеп йөрөгән. Август баштарында оҙайлы ҡойма ямғырҙар башланды. Ошо сәбәпле йылға күтәрелә һәм малҡайҙар ваҡытлы күпер аҫтына инеп тула.
Райондың Ҡауарҙы ауылы хакимиәте башлығы Райфат Әбелғужин был хәл тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
“Былтыр октябрҙә күперҙе ремонтлай башлағайныҡ. Майҙа ваҡытлыһын төҙөп торҙоҡ. Ул август башына тиклем хеҙмәт итте. Ҡойма ямғырҙар башланғас, Еҙем йылғаһы бер метрға күтәрелде. Унда өйөрмә барлыҡҡа килде һәм малдар шунда эләккән. Улар шул урындан көтөүлеккә сыға ине. Өс көн эсендә был өйөрмәгә 15 һыйыр эләккән. Урындағы халыҡ быны күрҙе, ярҙам итергә тырышты, тик килеп сыҡманы. Урынға ветеринария хеҙмәттәре килде. Малдарҙы сығарып тейешле рәүештә юҡҡа сығарҙылар. Улар сереп өлгөрмәне, экологияға зыян килмәне”, – тине ул.
Малдар халыҡтыҡы, улар страховкаланмаған. Күперҙе иһә әле яңынан тергеҙәләр.
Ветеринарҙар халыҡты тынысландырған: бар эштәр ҙә ваҡытында башҡарылған, дезинфекция яһалған. Малдар һәм кешеләр өсөн инфекцион сирҙәр тыуыу хәүефе юҡ.
Эйе, барыһы ла эшләнгән. Ә бына һыйырын юғалтҡан ауыл кешеләре бик йәл.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/15-yyyr-batyp-lg-n-nisek-/
Читайте нас: