Бөгөн Өфөләге "Торатау" конгресс-холында мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үҙенең эшен башланы.
Әле бында иртән үк күргәҙмәләр асылды. Уларҙа уҡыу әсбаптары, "Лего" кеүек уйлау һәләтен үҫтергән уйынсыҡтар, планшеттар һәм башҡа әйберҙәр ҡуйылған.
Программаның тәүге сараһы – "Донъя кимәлендәге ғилми-мәғариф үҙәктәре" исемле фекер алышыу майҙансығы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/avgust-k-shm-e-bashlana/