Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда алдағы ике көн эҫе һәм ямғырлы буласаҡ.
Иртәгә төньяҡ райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Үҙгәреүсән, йомшаҡ ел иҫә.
Төндә термометр бағанаһы +13,+18, таулы төбәктәрҙә +8, көндөҙ +24,+29, республиканың көньяғында +33 градусҡа тиклем күтәрелә.
«Гисметео» мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 20 – 25 августа аяҙлы-болотло була, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, күк күкрәй.
Уртаса тәүлек температураһы 22-24, төндә 14-17 градус йылы. Айҙың һуңғы аҙнаһы, йәғни 26 – 31 августа, ямғырлы, болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +13 градустан +23-кә тиклем, төндә +12, +18 градус йылы булыуы көтөлә.
https://bash.rbsmi.ru/news/ay-y-u-y-a-na-y-be-e-yuandyryrmy/