Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
19 Август 2019, 00:07

Милли проект: Сарбаев нимә тине?

Милли проект: Сарбаев нимә тине?

Өфөнөң Дим районында 11 миллиард һумлыҡ студенттар ҡаласығы төҙөләсәк. Был хаҡта Республиканы үҫтереү корпорацияһының генераль директоры Раил Сарбаев белдерҙе.
Проектҡа сығымдарҙың 80 процентын федераль бюджеттан ҡаплаясаҡтар. Ҡалғанын республика үҙе түләйәсәк.
Нимә ул кампус? Ул студенттар, йәш белгестәр, сит илдәрҙән уҡырға килгән йәштәр өсөн төҙөлә, бында сауҙа, ҡунаҡхана комплексы, сервис хеҙмәте булдырыласаҡ. Дим районынан Телеүҙәккә тиклем фуникулер юл һалыныуы ла мөмкин, тип белдерҙе Сарбаев. Кампус ҡаланың йөҙөн ныҡ үҙгәртәсәк.
Автор: Д.Ғәбдрәхимова.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: