Ҡурай
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
19 Август 2019, 08:30

Владимир Путиндың ВТБ башлығы Андрей Костин менән осрашыуында Рәсәйҙә ипотека ставкаһын түбәнәйтеү тураһында һүҙ барҙы

Владимир Путиндың ВТБ башлығы Андрей Костин менән осрашыуында Рәсәйҙә ипотека ставкаһын түбәнәйтеү тураһында һүҙ барҙы

Президент Владимир Путиндың ВТБ башлығы Андрей Костин менән осрашыуында Рәсәйҙә ипотека ставкаһын түбәнәйтеү тураһында һүҙ барҙы. Банк етәксеһе президентҡа июндә ошондай кредиттарҙың уртаса 9,9% менән биреүҙәрен хәбәр итте һәм төп ставканың түбәнәйеүе менән үҙ-ара бәйләнешен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Әлеге ваҡытта Үҙәк банк яғынан билдәләнгән тенденцияға бәйле йыл аҙағына тиклем ставкалар төшә башлар тип иҫәпләйбеҙ», — тип Костиндың ошондай һүҙҙәрен килтерә «РИА Новости».
Президент шулай уҡ инфляцияның түбәнәйеүенә иҫәп тотоуын билдәләне.
Кредит ойошмаһы етәксеһе дәүләт башлығына ипотека баҙарында бер ниндәй ҙә өмөтһөҙлөк күрмәүен әйтте һәм тотороҡло ихтыяжға күрһәтте.
Бынан алда Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Хөкүмәткә һәм Үҙәк банкка ипотека буйынса ставканы туғыҙ процентҡа тиклем еткерергә ҡушҡайны.
#ВладимирПутин
http://www.bashinform.ru/bash/1340494/?sphrase_id=11023285
Читайте нас: