Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
20 Август 2019, 12:39

Силәбелә яҡташтарыбыҙ аварияға осраған

Силәбелә яҡташтарыбыҙ аварияға осраған

Бөгөн төнөн Силәбе ҡалаһында Өфө пассажирҙарын алып китеп барған автобус аварияға осраған.
Билдәле булыуынса, транспорт сараһы мусор ташыусы машина менән бәрелешкән.
Peugeot маркалы автобус кешеләрҙе Нижневартовск ҡалаһына алып китеп барған, хәл төндә булған. Авариянан һуң ул ауҙарылған. Салондағы пассажирҙарҙы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатҡандар. Юл-транспорт ваҡиғаһы булған урынды белгестәр тикшерә.
Шаһиттар әйтеүенсә, автобус юл ыңғайы китеп барған йөк машинаһына бәрелгән. Мәғлүм булыуынса, 13 кеше зыян күргән, шул иҫәптән 17 йәшлек үҫмер. Уларҙың барыһы ла стационарҙа тикшереү үткән, туғыҙ кеше дауаханала ята, дүртәүһе амбулатор шарттарҙа дауаланасаҡ. Водителдәр икәү булғаны, улар алмашлап рулгә ултырғаны билдәле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға оҡшаш хәлдәрҙең төп сәбәбе – иғтибарһыҙлыҡ һәм ашығыу. Бер нисә минут ваҡытты отам тип, водителдәр кеше ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйғанын аңларға теләмәй бәғзе осраҡта.
Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/sil-bel-ya-tashtaryby-avariya-a-osra-an/
Читайте нас: