Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Август 2019, 10:12

Владимир Путин Франция Президенты менән осрашты

Владимир Путин Франция Президенты менән осрашты

Брегансон фортында Рәсәй һәм Франция президенттарының рәсми осрашыуы булды. Осрашыу өс сәғәттән ашыу дауам итте. Башта дәүләт башлыҡтары матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
Франция менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәр һөйләшеүҙең төп темаһы булды. Владимир Путин һәм Эмманюэль Макрон Яҡын Көнсығыштағы һәм Украиналағы хәлде тикшерҙе. Норманд форматында саммит үткәреү мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Һөйләшеү аҙағында Владимир Путинды һәм уның ярҙамсыларын киске ашҡа саҡырҙылар. Рәсәй башлығы менән Францияға шулай уҡ Кремлдең матбуғат секретары Дмитрий Песков, Сит ил эштәре министрлығы етәксеһе Сергей Лавров барғайны.
#ВладимирПутин
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/vladimir-putin-frantsiya-prezidenty-men-n-osrashty/
Читайте нас: