Педагогтар артынан сәхнәгә район хакимиәте стипендиаттары күтәрелде. Улар бишәү. Тимур Әхәтов Радик Гәрәев исемендәге мәктәптә, Айдана Нуриева лицейҙа, Андрей Николаев Байғужа мәктәбендә, Искәндәр Зөлкәрнәев гимназияла, Сынғыҙ Мөхәмәтнуров 4-се мәктәптә белем ала. Был ҡыҙ һәм малайҙар уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә матур уңыштарға ирешкән.