Ҡала көнө сәғәт 11-ҙә Үҙәк майҙанда иртәнге «Йондоҙ менән зарядка»-нан башланып китәсәк. Зарядканы башҡорт эстрадаһы йондоҙо, музыкант-мультиинструментсы, бейеүсе, шоумен ZAINETDIN (Заһир Зәйнетдинов) үткәрәсәк. Ошонда уҡ «Бала саҡ йәйғоро» һәм и «Ҡаланы атлап үт» квестары ойоштороласаҡ. Әйткәндәй, квеста теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн 28 авгусҡа тиклем
[email protected] электрон почтаһына заявка ебәрергә кәрәк.