Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
27 Август 2019, 16:36

Милли проект сиктәрендә Нефтекамаға өлкәндәргә ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән махсус автомобиль ҡайтты.

Өлкәндәр өсөн махсус автомобилдәр

Милли проект сиктәрендә Нефтекамаға өлкәндәргә ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән махсус автомобиль ҡайтты.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырылған «Демография» проекты һәм «Өлкән быуын» региональ проекты сиктәрендә Нефтекамаға махсуслаштырылған «Газель Next» автомобиле ҡайтты.
Был автомобиль ауыл ерендә йәшәгән 65 йәштән өлкәнерәк кешеләрҙе медицина ойошмаларына йөрөтөү һәм өлкәндәргә башҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Бының өсөн штатында ике социаль хеҙмәткәр һәм водитель, шулай уҡ район һәм ҡала дауаханаларынан медицина хеҙмәткәрҙәре булған мобиль бригадалар ойоштороласаҡ.
Автомобилде хеҙмәтләндереү өсөн аҡса (яғыулыҡ һәм өҫтәлмә эшсе урындарға хеҙмәт хаҡы түләү) республика бюджетынан түләнәсәк.
Автомобиль бик уңайлы, заманса ҡорамал, махсус урындар, кондиционер, саҡырыу төймәһе менән йыһазландырылған. Ул 8 урынлыҡ, шул иҫәптән икәүһе инвалид коляскаһындағылар өсөн. 380 кг электркүтәргес ярҙамында инвалид коляскаһында ултырған ауырыуҙы бер ҡыйынлыҡһыҙ машинаға ултыртып була.
Читайте нас: