Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
29 Август 2019, 17:34

Ағиҙел ҡала үҙәк китапханаһы Башҡортостан Республикаһы башлығы грантын алыуға иреште.

Ағиҙел ҡала үҙәк китапханаһы Башҡортостан Республикаһы башлығы грантын алыуға иреште.

Китапханала бер нисә йыл инде «Ял итәйек» клубы эшләп килә. Бында ял көндәрендә балалар ата-әсәләре менән бергәләп күңелле һәм файҙалы итеп ваҡыт үткәрә.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре ошо клуб шөғөлләнгән бүлмәне яңы мебель, йомшаҡ балаҫтар, ноутбук һәм видеопроектор, кулер менән йыһазланлырыу тураһында күптән хыяллана ине. Үткән йылда улар «Бергә булыу шатлығы» тигән социаль проект әҙерләне. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, грант алырға бер генә балл етмәй ҡалды. Һәм ниһайәт, быйыл бәхет йылмайҙы – хәҙер китапхана пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 153 мең һум аласаҡ, шуға үҙенең 20 мең һумын ҡушасаҡ. Ә пландар бик күп: төрлө конкурстар, акциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, консультациялар, ғаилә байрамдары үткәреү. Клубты йәш белгес Гөлнара Сәйфутдиярова етәкләйәсәк.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре грант алыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн Ағиҙел ҡалаһының социаль үҫеше буйынса Хәйриә фондына һәм уның директоры Р. Ғәзиевҡа рәхмәттәрен белдерә.
Читайте нас: