Ҡурай
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
29 Август 2019, 16:13

Ҡыуаныслы яңылыҡ: финанслау арта

Ҡыуаныслы яңылыҡ: финанслау арта

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү республика программаһын тормошҡа ашырыу өсөн бюджет аҡсаһын 100 миллион һумға арттырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Был программа сиктәрендә тормошҡа ашырылған проекттар һанын арттырыу мәсьәләһе менән Радий Хәбировҡа “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы делегаттары VIII съезд мәлендә мөрәжәғәт иткәйне.
Субсидиялар күләмен 400 миллион һумдан 500 миллион һумға тиклем арттырыу муниципалитеттарға ҙур мөмкинлектәр аса. Өҫтәмә рәүештә халыҡ тәҡдим иткән 141 тәҡдимде тормошҡа ашырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Уларҙың 104-е муниципаль райондарҙыҡы һәм ауылдарҙаҡы булһа, 37-һе ҡала округтары проекттары. 500 миллион һумлыҡ субсидия кимәле киләһе план осорона ла һаҡланасаҡ.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекттарының быйылғы төп йүнәлештәре – балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын, юлдарҙы, сквер һәм парктарҙы ремонтлау.
Төп һайлап алыу һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, быйыл конкурсҡа 914 проекттың 759-ы һайлап алынасаҡ. Быйылғы йылға проекттарҙы финанслау кимәле 750 миллион һум тәшкил итәсәк. Бында урындағы бюджеттарҙан, халыҡтың һәм бағыусыларҙың аҡсалары ла инә.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: