Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
2 Сентябрь 2019, 11:00

Тәтешле районында йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр яңыртылды

Тәтешле районында йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр яңыртылды

Уҡыу йылы əле генə тамамланған һымаҡ булһа ла, балаларҙың йəйге ялы аҙағына ла етте. Бөгөн, 2 сентябрҙә, уҡыусы ҡыҙ һəм малайҙар яңынан парта артына ултырҙы.
Йәйге каникулдар ваҡытында Тәтешле районы мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында ремонт эштәре башҡарылды. Бынан тыш, балалар хәүефһеҙлеген ҡайғыртыу ҙа иғтибар үҙәгендә булды.
Ошо көндәрҙә район үҙәгендәге 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре, балалар баҡсалары алдындағы йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр яңыртылды. Үткәүелдәрҙә светофорҙар ҡуйылды: улар берсә янып, берсә һүнеп, водителдәрҙе йәйәүлеләр үткәүеленә яҡынлашыуы хаҡында иҫкәртәсәк.
Читайте нас: