Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
3 Сентябрь 2019, 22:56

Ағиҙел ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбенә Руслан Холбан исеме бирелде

Ағиҙел ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбенә Руслан Холбан исеме бирелде

Ағиҙел ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбенә уны тамамлаған Руслан Холбан исеме бирелде.
«Альфа» подразделениеһында хеҙмәт иткән Руслан Константинович Холбандың Төнъяҡ Кавказда террористарға ҡаршы көрәштә геройҙарса һәләк булыуына быйыл ун йыл булды. Ҡалала уның иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған, ул уҡыған мәктәп бинаһында мемориаль таҡта асылды, музей эшләп килә. 2015 йылда Руслан Холбанға үлгәндән һуң «Ағиҙел ҡалаһының Почетлы гражданы» исеме бирелде. Йыл һайын «Альфа» подразделениеһы ветерандары Ағиҙелгә килеп, уның иҫтәлегенә митингтар үткәрә.
Быйыл Белем көнөнә арналған тантаналы линейкала мәктәпкә Руслан Холбан исеме бирелеүе иғлан ителде. Сарала геройҙың яҡын дуҫтары, туғандары, хеҙмәттәштәре саҡырылды.
«Альфа» антитеррор подразделениеһы ветерандары халыҡ-ара ассоциацияның етәксеһе Виктор Игнатов мәктәп директоры Люциө Башароваға хәтер китабы менән махсус подразделение значогын тапшырҙы.
Читайте нас: