Бер нисә йыл элек аварияға эләгеп, Филүс йөрөү һәләтен юғалта. Әммә был фажиғә йәш кешене һындырмай, спорт уның тәнен һәм рухын нығыта. Филүс өйөндә күнекмәләр яһай, спорт мәктәбе тренажерҙарында шөғөлләнә, бассеейнға йөрөй. Аяҡһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, еңел машина йөрөтә, йәй көндәрендә ауылға күсенеп китеп, бал ҡорттарын ҡарай, йорт ҡоштарын үҫтерә.
Филүс Сәлимов терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында үткәрелгән ярыштарҙа даими ҡатнаша, һәм, ҡағиҙә булараҡ, гел еңеү яулай.