Ҡурай
-11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
4 Сентябрь 2019, 14:22

Ағиҙел юнармиясылары Өфөлә үткән ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны

Ағиҙел юнармиясылары Өфөлә үткән ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны

Ағиҙел юнармиясылары Өфөлә үткән ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны.
Августың һуңғы аҙнаһында Өфөлә Бөтә Рәсәй «Орленок» хәрби-спорт уйынының республика этабы үтте. Унда республиканың 18 төбәгенән 100 юнармиясы ҡатнашты. Ағиҙел ҡалаһы намыҫын 2-се мәктәптең «Виктория» хәрби-патриотик клубында шөғөлләнгән биш егет яҡланы. Клубтың етәксеһе – мәктәп педагогы Альбирт Ниғәмәтуллин.
Ярыштар барышында юнармиясылар башланғыс хәрби әҙерлек күнекмәләрендә, стройҙа йөрөү оҫталығында, Ватан тарихын белеүҙә, ижади һәләттәр күрһәтеүҙә көс һынашты. Һөҙөмтәлә, хәрбиләштерелгән эстафетала – беренсе, хәрби-тарихи викторинала - икенсе, таныштырыу конкурсында өсөнсө урынды яулап, ағиҙелдәр команда зачетында дүртенсе булды.
Читайте нас в