Япония Премьер-министры Синдзо Абэ Владивостокка килде. Бөгөн ул Көнсығыш иҡтисади форумының пленар ултырышында сығыш яһаясаҡ һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашасаҡ. Әйткәндәй, япон Премьер-министры форумда дүртенсе тапҡыр ҡатнаша.
Рәсәй башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаков әйтеүенсә, Владимир Путин менән Синдзо Абэ ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен һәм тыныслыҡ килешеүе проблематикаһын тикшерәсәк. Япония вәкиле Владивостокка осор алдынан журналистарға белдереүенсә, Рәсәй етәксеһе менән осрашыу барышында ул тыныслыҡ килешеүе төҙөү мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәрҙе яңы кимәлгә сығарырға ниәтләй.
Көнсығыш иҡтисади форумы 4-6 сентябрҙә үтә.
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова