Ҡурай
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 11:18

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты нисек тормошҡа ашырыла?

“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты нисек тормошҡа ашырыла?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был йәһәттән бер нисә йүнәлеш өҫтәмә эшләүҙе талап итә. “Профилле министрлыҡтар, ведомстволар ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүгә әүҙем ҡушылырға тейеш”, – тине республика етәксеһе.
Атап әйткәндә, һүҙ тармаҡты һанлаштырыу, законһыҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы көрәш, “Домокомплект” программаһын тормошҡа ашырыу, өлкәгә инвестициялар йәлеп итеү тураһында бара.
Республика Хөкүмәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын 2024 йылға тиклем финанслау күләме 2,2 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был сумманың 900 миллион һумы – федераль бюджеттан. Быйыл Башҡортостан 163 миллион һум алып, Волга буйы федераль округында лидерҙар рәтенә ингән.
Бөгөнгө күрһәткестәргә килгәндә, урмандарҙы тергеҙеү 8,4 мең гектар майҙанда башҡарылған, был – йыллыҡ пландың алтмыш проценттан ашыуы.
Быйыл августа Рәсәй урман хужалығы тарафынан урман янғындары техникаһы алыуға 34,5 миллион һум күләмендә өҫтәмә аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Һатып алыу процедураһы башланған, килтереү ноябрь аҙағында көтөлә. Быйыл барлығы 38 берәмек урман хужалығы һәм урман янғындары техникаһы, шулай уҡ 71 берәмек ҡорамал, инвентарь алынасаҡ. Автопаркты яңыртыу тармаҡ эшмәкәрлеге сифатын күтәреүгә, йәшеллекте һаҡлауға, тергеҙеү майҙандарын киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.
Ә Республика урман форумы йомғаҡтары буйынса күрһәтмәләр нисек үтәлгән? Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, “Башҡортостандың урман картаһы” мобиль ҡушымтаһы булдырылған, ул йәмәғәтселеккә урмандарҙы файҙаланыуҙы контролдә тотоу мөмкинлеген бирә.
Үлсәү контроле хеҙмәте менән ведомство-ара бәйләнеш ойошторолған. 270-тән ашыу рейд үткәрелгән, 450-нән күберәк берәмек автотранспорт техникаһы тикшерелгән.
Бәләкәй бизнесҡа техника алыу буйынса дәүләт ярҙамы саралары ағас эшкәртеү буйынса ҡорамалдар алыуҙы субсидиялау мөмкинлеге менән тулыландырылған. Был маҡсатҡа 2019 йылға 40 миллион һум ҡаралған.
Урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү фонды 36 миллион һумға арттырылған, һөҙөмтәлә тәүге ярты йыллыҡта 16 процентҡа күберәк алғандар.
Ҡыйғы һәм Дыуан райондарында ағас эшкәртеү буйынса өс проект тормошҡа ашырыла, дөйөм инвестиция күләме – 60 миллион һум самаһы. Эре урман сәнәғәте предприятиелары, финанс ойошмалары менән урман эшкәртеү производстволары төҙөү йәһәтенән һөйләшеүҙәр алып барыла, шул иҫәптән республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә.
Сираттағы Республика урман форумы 2020 йылда Йылайырҙа үтә. Шулай уҡ Башҡортостанда Милли урман форумы этаптарының береһен уҙғарыу тәҡдим ителә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: