Ағиҙелдә «Ғаилә йәкшәмбеһе» сараһы сиктәрендә «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» клубы ойошторолдо. Был клуб сәләмәт тормош алып барған өлкән йәштәге ағиҙелдәрҙе берләштерә. Уның ағзалары бер нисә программа буйынса шөғөлләнә: һауыҡтырыу йөрөшө, оҙон дистанцияларға йөрөү, арҡа сәләмәтлеге өсөн фитнес күнекмәләре, аква-фитнес. Бассейнда шөғөлләнеүҙән башҡа, ҡалған күнекмәләр бушлай үткәрелә.
Клубтың етәксеһе – пенсионер Владимир Порсев. Ул ғүмере буйы йәйәү йөрөү менән мауыға. Бер нисә йыл элек кенә ҡатыны менән Ижау ҡалаһынан Ағиҙелгә күсеп килеүгә ҡарамаҫтан, ҡаланың тирә-яғын ул төп Ағиҙелдә йәшәүселәрҙән яҡшыраҡ өйрәнергә етешкән. Беренсе көндө үк клуб ағзалары оҙон юлға йәйәүләп сыҡты – Баш АЭС һыуһаҡлағысы янына 17,5 саҡрым үтте.
Фитнес һәм аква-фитнес күнекмәләрен Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Лилиә Ғосманова алып бара. Ул йөҙә белмәгән пенсионерҙарҙы ла бассейнға саҡыра, өйрәнергә бер ҡасан да һуң түгел, ти.
Бөгөнгө көндә клубта 18 кеше шөғөлләнә, ҡушылырға теләүселәр өсөн урын етерлек, теләк кенә булһын.