Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 18:19

Ташҡын ауылына, 20 йылдан һуң, ниһайәт, һыу үткәрҙеләр

Ташҡындар һыулы булды

Нефтекама ҡалаһы ҡала округына ҡараған Ташҡын ауылының көньяҡ-көнбайыш микрорайонына, 20 йылдан һуң, ниһайәт, һыу үткәрҙеләр.
Был микрорайонға 1990 йылдар аҙағында ер бүлгәндәр. Йорттар төҙөлә башлағас, юл һалынған, һуңыраҡ ут үткәргәндәр. Тик 2014 йылда ғына бында йәшәүселәр газлы булған. Һыу мәсьәләһе оҙайлы ваҡыт хәл ителмәй килгән. Баҡсаға һибергә, башҡа хужалыҡ мохтажлыҡтарына һыуҙы ҡойонан алғандар, эсәр һыуға 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан Колхоз урамына йөрөгәндәр.
Халыҡ һыу мәсьәләһен гел генә күтәреп торһа ла, бер кем дә ярҙам итмәй. Биш йыл элек ҡултамғалар йыйып, был һорау менән ташҡындар хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Суд улар файҙаһына ҡарар сығара, хакимиәткә һыу индереү бурысын ҡуя, әммә ҡарар үтәлмәй.
Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп Ратмир Мәүлиев ҡуйылғас, инициатив төркөм март айында, депутат Ф.Я.Низамов менән берлектә, уға мөрәжәғәт итә. Ярты йыл үтеүгә Ташҡын ауылы көньяҡ-көнбайыш микрорайоны халҡы һыулы була. Һыу проводы 3 км һуҙылған һәм 145 ихатаны тәьмин итә ала. Әлеге көндә 45 йортҡа һыу үткәрелгән дә инде. Халыҡтан заявкалар килеү дауам итә.
Читайте нас: