Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Сентябрь 2019, 18:37

Аҡсәйеттәр Ғәли Соҡоройҙоң улы Ғиниәтулланы иҫкә алды

Тәтешлеләр Ғәли Соҡоройҙо онотмай

Аҡсәйет ауылы «Фәтхетдин шишмәһе» янында изге йола – Ғәли Соҡоройҙоң улы Ғиниәтулланы (Ахунйән хәҙрәт) иҫкә алыу көнө уҙғарылды. Унда тирә-яҡ ауылдарҙан дин әһелдәре, туғандары, уның тормошо менән ҡыҙыҡһыныусылар йыйылды.
Имам-ахунд Ибраһим хәҙрәт вәғәздәр һөйләне, Мөхәмәтғәли Кейековтар нәҫеленә арналған Ҡөрьән аяттары уҡыны, Кейековтар нәҫеленә арнап доға ҡылды.
Ауыл Советы етәксеһе Янбулат Мөхәмәтдинов зыяраттар торошо менән таныштырҙы. Ғәли Соҡоройҙоң улдары Ғарифулла – Күрҙем, Зарифйән – Яңы Соҡор, Ғиниәтулланың (Ахунйән) – Аҡсәйет зыяраттарында ерләнеүен, ҡәберҙәренең һәр ваҡыт тәртиптә тотолоуын белдерҙе. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәмиә Сәғиева Ахунйән хәҙрәттең тормош юлы менән таныштырҙы.
Кем һуң ул Ахунйән хәҙрәт? Ул - Ғәли Соҡорой улдарының береһе. Атаһы кеүек ғилемле, зирәк малай күп мәҙрәсәләрҙә белем алған. Балалар уҡытҡан, атаһы хеҙмәтен дауам иткән, күптәрҙе дарыу үләндәре менән дауалаған. Бал ҡорттары үрсеткән, беренселәрҙән булып еләк-емеш баҡсаһы булдырған.
Абруйлы шәхес, бик оҫта һөйләүсе булыуы тураһында яҡташыбыҙ Кәрим Әмириҙең «Ҡайпан йыйыны» китабында һүрәтләнә. Ахунйән хәҙрәтте күп кеше ишетеп белә, уның мөғжизәләре хаҡындағы риүәйәттәр әлеге көнгә тиклем халыҡ телендә йөрөй.
1904 йылда ул урыҫ балалары өсөн (Петровка, Новотроицк ауылы, Пермь яҡтары) Иҫке Соҡорҙа мәктәп асҡан. Ағаһы Ғарифуллаға Күрҙемдә мәҙрәсә төҙөргә булышҡан. Йома намаҙҙарына ауылдарҙан, Барҙанан муллалар йыйыла торған булған. Өлкәндәрҙе, ата-әсәһен ихтирам иткән. Атаһы Мөхәмәтғәли ҡәберенә алтын хәрефтәр менән яҙып таш ҡуйҙырған. Бик йәшләй ахун дәрәжәһенә күтәрелгән.
30-сы йылдарҙа Ахунйән хәҙрәтте дин әһеле булараҡ ҡулға алалар. Бөрө төрмәһендә ултырғанда ул «Искра» гәзитен алдырыуын һәм ул гәзиттәр төпләменең һаман да өйөндә һаҡланыуын белдерә. Гәзиттәр ысынлап та уның өйөндә табыла, һәм Ахунйәнде сығаралар. Ләкин уның ҡайтыуына инде милке конфискацияланған, ә ике ҡатлы йорто ҡайһылыр ауылға күсерелгән була. Ул урамда тороп ҡала. Шулай итеп, һуңғы көндәрен Аҡсәйет ауылында уҙғара. Был турала сарала ҡатнашҡан һуңғы ҡатыны Разия абыстайҙың туғандары иҫкә алып һөйләне.
Ахунйән хәҙрәттең иҫән берҙән-бер ейәне Риза – һуғыш ветераны. Ул Забайкалье фронтының 275 уҡсы полкы, 91-се гвардия дивизияһы составында Япон һуғышында ҡатнашҡан. Тыуған еренә 1951 йылда ҡайта. Әлеге көндә тормош иптәше Рәлифә менән Нефтекамала йәшәй. Был сараға ул да ҡайтты.
Эшҡыуар Илгиз Муллануров, Бәхтегәрәй Арманшин Ахунйән хәҙрәткә атап ҡорбан салдырған. Ҙур табын артында ҡорбан ашы ойошторолдо. Ҡуйыҙала йәшәүсе Нәсимә абыстай, Вәраҡыя Закирова бик тәмле итеп аш, былау әҙерләне.
Әри буйын яңғыратып, аҙан тауышы яңғыраны, өйлә намаҙы уҡылды. Сараны ойоштороуға Иҫке Соҡор ауылы халҡы, Аҡсәйет мәсете имам-хатибы Радиҡ, Фәрхәт Ғәйнуллиндар ғаиләһе, музей хеҙмәткәрҙәре Зинфира һәм Бәхтегәрәй Арманшиндар күп көс һалды.
Рәмиә Сәғиева, Тәтешле районы
Читайте нас: