Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Сентябрь 2019, 19:43

Милли костюмдарҙа үҙешмәкәр артистар, йыр, бейеү коллективтары сығыш яһаны.

Ҡалтасы районының милли ансамблдәре өсөн сәхнә кейемдәре, йыһаздар һәм музыка уйын ҡоралдары һатып алынған

Ҡалтасы районының милли ансамблдәре “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә яңы төҫ алды. Ансамблдәр өсөн милли музыка ҡоралдары һәм яңы сәхнә милли кейемдәре һатып алынды.
Тантана уңайынан байрам концерты ойошторолдо. Сәхнәлә күҙ яуын алырҙай милли костюмдарҙа үҙешмәкәр артистар, йыр, бейеү коллективтары сығыш яһаны.
Яңы сәхнә кейемдәре, музыка уйын ҡоралдары - партия проектына ярашлы һатып алынған әйберҙәрҙең бер өлөшө генә. “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә, район мәҙәниәт йортона капиталь ремонт яһалды.
Райондың мәҙәни яҡтан үҫеше өсөн 4 миллиондан ашыу аҡса бүленгән ине. Район башлығы Юрий Садыров һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡоролтай - Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев күп балалы ғаиләләрҙе аҡсалата сертификат менән бүләкләне һәм районда әүҙем эш алып барыусыларҙы Маҡтау ҡағыҙҙары менән тәбрикләне.
Байрамдың тантаналы өлөшөн Красный Холм музыка мәктәбенең милли оркестры һәм Ҡалтасының балалар хор ансамбле асты. «Эрвий» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Барыня», «Сударыня» һәм «Ингур» милли вокаль ансамблдәре яңы кейемдәрҙә сығыш яһаны. Күркәм байрамды дауам итеп, «Йәншишмә» башҡорт милли фольклор ансамбле үҙенең йырҙарын бүләк итте. Матур кисәне районда ғына түгел, бөтә республикала, илдә билдәле «Холмичи»ансамбле тамамланы. «Холмичи» ансамбле 40 йылға яҡын эшләй. Ошо ваҡыт эсендә улар ҡалаҡ менән уйнау буйынса оҫтарып бөткән. Концертҡа ла үҙенсәлекле тамаша әҙерләнгән ине.
Лилиә Дәүләтова. Ҡалтасы районы
Читайте нас: