Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 11:48

Уран, гәрәй, йәнәй, ҡырғыҙ ырыуҙарынан килгән спортсылар мәргәнлектә ярышты

Нефтекама спорт мәктәбендә уҡсылар көс һынашты

Милли батырыбыҙ Салауаттың Хәтер көнөнә арналған саралар теҙмәһен мәргәндәр дауам итте.
Иңгә-иң терәп эшләгән эштең һөҙөмтәһен беҙ Нефтекама ҡалаһында уҙғарылған сарала тағы ла бер тапҡыр күреп инандыҡ.
“Без – башкортлар” хәрәкәте етәксеһе Радик Рәфил улы Бәхтиев тырышлығы менән спорт мәктәбендә мәргән уҡсылар көс һынашты.
Өфөнән килгән махсус ҡунаҡ Эльвира Рәшит ҡыҙы Ришатова Краснокама һәм Яңауыл райондары командаларына башҡорт уғынан атыу нескәлектәре буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте.
Артабан Уран, гәрәй, йәнәй, ҡырғыҙ ырыуҙарынан килгән спортсылар мәргәнлектә ярыш башланы. Йәш уҡсыларҙың оҫталығын Дамир Ҡәниф улы Хәсәнов менән Эльвира Рәшит ҡыҙы үҙе баһаланы. Һөҙөмтәлә Яңауыл районы Яңы Уртауыл ауылы командаһы (етәкселәре – А.Әсәтова , И.Ибраһимов) беренсе, Краснокама районы Гәрәй ырыуы командаһы (етәксеһе – З.Сәғитова) –икенсе, Яңауыл районы Ямаҙы урта мәктәбенән Гәрәй командаһы (етәксеһе – А.Хисамова) өсөнсө урындарға лайыҡ булды.
Әйтергә кәрәк, командалар беренсе тапҡыр уҙғарылған был ярышҡа ентекле әҙерләнгән. Краснокама районы мәктәптәре өс команда (“Гәрәй”, “Йәнәй”, “Ҡырғыҙ” командалары) төҙөгән. Был командаларҙың йәш уҡсыларын дәртләндереп торорға мәғариф бүлеге етәксеһе И.Хафизов менән райондың спорт комитетынан Р.Шәйхетдинов та килгән.
Шулай күмәкләп эшләһәк кенә киләсәк быуын балаларыбыҙҙың һаулығын да, рухын да һаҡлап ҡала алырбыҙ.
Автор: Гөлсәсәк Яҡшығолова. Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, “Ағинәй” ойошмаһы етәксеһе.
Читайте нас: