Ағиҙел ҡалаһы ҡала Советы эргәһендә эшләп килгән Йәштәр советы ҡаланы матурлау, төҙөкләндереү буйынса туҡтауһыҙ эшләй.
5 октябрҙә декоратив тирмән торған майҙансыҡта тағы ике арт-объект – ҡоҙоҡ менән арба барлыҡҡа килде. Уларҙы эшләүсе – алтын ҡуллы эшҡыуар Ринат Шакиров – ҡалаға Республика көнөнә бағышлап бүләк итте.
Пейзаж тулыһынса тамамланған төҫ алһын өсөн, йәштәр шул көндө үк майҙансыҡты яңы ағастар, күп йыллыҡ сәскәләр ултыртып, тулыландырҙы.