Ҡурай
+23 °С
Дождь
Урындағы яңылыҡтар
10 Октября 2019, 12:22

Йылдағыса, йәрминкәлә ауыл хужалығы тауарҙары, картуф, ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек тәҡдим ителәсәк

Шәмбе көндө, 12 октябрҙә, Краснокама районы Николо-Березовка ауылында йәрминкә үтәсәк

Ял һайын ойошторолған сауҙа майҙандары ауыл халҡына, фермерҙарға һәм хужалыҡтарға үҙҙәре етештергән, үҫтергән йәшелсә-емеш, бал, ит, һөт ризыҡтарын, иген, ем һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһын һатыу, ә һатып алыусыларға сағыштырмаса отошло хаҡҡа ҡышҡылыҡҡа запас туплау мөмкинлеге бирә.
Йылдағыса, йәрминкәлә ауыл хужалығы тауарҙары, картуф, ит, һөт продукциялары, башҡорт балы, бесән, утын һәм башҡа аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре тәҡдим ителәсәк. Ҡыҫҡаһы, үҙегеҙгә кәрәкле әйберҙәр алып буласаҡ.
Читайте нас