Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
13 Октябрь 2019, 16:53

Ил кимәлендә билдәлелек яулаған артистар менән осрашыу тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы

Яңауылда Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны

«Балалар балаларға – беҙҙең йөрәктәр музыкаһы» хәйриә проектында ҡатнашыусылар Яңауыл ҡалаһында сығыш яһаны
Акция сиктәрендә Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре - йәш музыканттар йыл дауамында Башҡортостан, Татарстан һәм Силәбе өлкәһе мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында концерттар ойоштора. Был проект республиканың юбилейына арналған.
Тәүҙә республика, ил кимәлендә билдәлелек яулаған йәш музыканттар Карина Аҡмөхәмәтова, Регина Әбзәлимова, Ника Мартюченко, Анжелика Огрыза, Анна Вәлиева район дауаханаһында сығыш яһаны.
Был ваҡытта педагогтар Балалар сәнғәт мәктәбендә Яңауыл балалары өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Артабан ошонда уҡ Өфө музыканттары менән районыбыҙҙың йәш йондоҙсоҡтары концерт бирҙе.
Читайте нас: