Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
15 Октябрь 2019, 00:41

Ағиҙелдә Шәжәрә байрамы үтте

Үҙенең ғаилә тарихы менән эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Гөлшат Сәләхова таныштырҙы.

Йола буйынса Ағиҙелдә Республика көнөн байрам итеү уңайынан Шәрәжә байрамы үткәрелә. Быйыл үҙенең ғаилә тарихы менән эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Гөлшат Сәләхова таныштырҙы.
Ғаилә тарихын өйрәнеү эшен Гөлшат Мөзәһит ҡыҙы үҙенең әсәһенә – Инсия Ғилфанова-Калимуллинаға бағышлаған. Уның һөйләүе буйынса, уларҙың ғаиләһе Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылында ғүмер иткән Гәрәй ырыуына ҡарай.
Гөлшаттың олатаһы Сәлих етем үҫкән – атаһы Ленинградты блокаданан азат иткәндән һуң һәләк булған. Ҡатыны Әҙилә менән 11 бала тәрбиәләп үҫтергән. Инсия ҡыҙҙары 1960 йылда тыуған, үҙе лә 10 балаға ғүмер биреп, "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнгән.
Уның тормош юлы еңелдәрҙән булмаған: 35 йәшендә һигеҙ бала менән тол ҡала, аҙаҡ өс балаһын, бер ейәнен юғалта...
Гөлшат Сәләхова әсәһенә бағышлап Яңы Ҡабан ауылында мәсет төҙөргә йыйына. Төҙөлөш өсөн рөхсәт алып, проектын да әҙерләп ҡуйған.
Бөгөнгө көндә Инсия апайҙың 11 ейәне бар, ике аҙна элек кенә бүләһе лә тыуған. Байрам кисәһендә шәжәрә ағасына яңы исем яҙып ҡуйыу хоҡуғын Гөлшат Сәләхова әсәһенә бирҙе.
Читайте нас: