Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
15 Октябрь 2019, 13:42

Ағиҙелдә йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү буйынса тауыш биреү бара

Ҡала конкурста ҡатнашмаҡсы

Ағиҙел төҙөкләндереү программаларында йыл һайын әүҙем ҡатнаша, һөҙөмтәлә ихаталар ҙа, йәмәғәт территориялары ла матурланып бара. "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү", «Башҡорт ихататалары», «Ҡала мөхите», «Реаль эштәр» партия проекты – был исемлекте тағы ла дауам итергә була.
Быйыл ҡала хакимиәтендә йәмәғәт урындарының үҫеше Стратегияһын эшләнде. Ул ҡала территорияларын төҙөкләндереүгә комплекслы ҡарашты күҙаллай. Был пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи йәшәү урындарында уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға кәрәк. Әгәр ҙә Ағиҙел был конкурса еңә икән, 55 миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге тыуа.
Хәҙер ошо конкурстың беренсе этабы шартын үтәргә – йәмәғәт урынын һайлау буйынса тауыш үткәреү кәрәк. Тауыш биреү өсөн "ВКонтакте" социаль селтәрендә группа булдырылған (https://vk.com/agidel.park).
Шулай уҡ мәктәптәрҙә, башҡорт гимназияһында, Балалар сәнғәт мәктәбендә ойошторолған тәҡдимдәр йыйыу пункттарында анкета тултырып, тауыш бирергә була.
Читайте нас: