Яңауыл районы Ямаҙы ауылы китапханаһында Асауҙыбаш, Мәсәғүт, Ямаҙы ауыл биләмәләре һәм күрше Тәтешле районының Шулған ауылынан һигеҙ көслө уйынсы араһында шахмат буйынса сираттағы турнир уҙҙы.
Сатраш буйынса ярыштар бында биш йыл рәттән ойошторола
Тәүҙә һайлап алыу турҙары үтә, уның йомғаҡтары буйынса көслө ун ике шахматсы "суперфиналда" көрәшә.
Был юлы көсөргәнешле ярыштан һуң ҡунаҡтар – беренсе һәм икенсе урын яулаған шулғанлылар Радмир Рәхимйәнов һәм Дамир Ғүмәров еңеүсе булды.
Өсөнсө урынды Яңауыл районы Мәсәғүт ауылынан Нәжип Тәҡиуллин алды.