Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Октябрь 2019, 23:30

Мәктәптәрҙә милли аҙыҡтар күргәҙмәһе һәм йәрминкәһе, спорт залдарында милли спорт ярыштары уҙҙы

Ағиҙел мәктәптәрендә этник мәҙәниәт көнө үтте

Мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһы индерелгәс, айҙың бер шәмбеһе айырым темаға бағышлап үткәрелә башланы. Ағиҙелдә сентябрь шәмбеһе спортҡа бағышланһа, октябрҙә, Республика көнөнә арнап, этник мәҙәниәт көнө ойошторолдо.
Был көндө мәктәптәр гөрләп торҙо. Фойеларҙа милли аҙыҡтар күргәҙмәһе һәм йәрминкәһе үтте. Спорт залдарында милли спорт уйындары, ярыштары уҙҙы.
Башланғыс класс уҡыусылары башҡорт телендә йәнһүрәттәр ҡараны, ҡала һәм мәктәп музейҙарына барып, ундағы милләт мәҙәниәтен күрһәткән экспонаттар менән танышты.
Башҡорт гимназияһы коллективы был сараға «Ихлас» клубы ағзаларын саҡырҙы. Ағинәйҙәр балаларҙы халҡыбыҙҙың «Йөҙөк һалыу», «Аҡ тирәк-күк тирәк», «Ебегән», «Йәшерәм яулыҡ» уйындары менән таныштырҙы.
Читайте нас: