Нефтекама йәш эшҡыуарҙар мәктәбе яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарҙы бушлай үткәрелгән бизнес-семинарға саҡыра.
Биш көн дауамында ҡалабыҙҙың уңышлы кешеләре бизнес асыу серҙәре менән бүлешәсәк.
Семинар 28 октябрҙән 1 ноябргә тиклем үтәсәк, көн һайын 18.30 башланасаҡ.
Бизнес-семинар программаһында башлаусы эшҡыуарҙарға файҙалы кәңәштәр биреләсәк, һәр кем үҙенең үткән юлы, осраған ауырлыҡтары тураһында бүлешәсәк.
Нимәнән башларға һәм нимә кәрәк? Бизнесҡа аҡса ҡайҙан алырға? Клиенттарҙы нисек ылыҡтырырға? Улар менән нисек һөйләшергә? Продукцияны һатыуҙы нимәнән башларға? – кеүек ҡыҙыҡлы һәм мөһим һорауҙарға яуап алырға буласаҡ.
Семинар асылған көндө ҡала хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиевтың да килеүе көтөлә.
Йәш эшҡыуарҙар мәктәбенә теркәлеү асылған. vk.com/shkolanf адресы буйынса теркәлә алаһығыҙ.