Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 12:16

Бөтә уңайлыҡтар бина эсендә

Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш мәктәбендә - йылы бәҙрәф

Ҡайһы бер мәктәптәрҙә балалар бәҙрәфкә һаман да элеккесә урамға сығып йөрөргә мәжбүр ине.
Яңы Аҡтанышбаш мәктәбендә был маҡсаттан ҡулайлы бүлмә бүлделәр һәм унда унитаз, раковина ҡуйҙылар. Торба һуҙҙылар, шамбо яһанылар, һыу үткәрҙеләр.
- Мәктәптә санузел ҡороу буйынса эштәр урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә башҡарылды, - ти мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Рузилә Әғләмова. – Был ысынлап та проблема ине, балаларға бәҙрәфкә тышка сығырға тура килде, ә был ҡышын бигерәк уңайһыҙ. Хәҙер бәҙрәф бина эсендә. Балалар өсөн бик уңайлы.
Беренсе ҡатта малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн өсәр кабинка ҡуйылған, раковиналар ҙа өсәү. Бынан тыш, физик мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре өсөн айырым кабинка бүленгән.
Читайте нас: