Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 11:44

Яңауылдар фестивалдән Диплом менән ҡайтты

«Сулпан» фольклор ансамбле һынатманы

Яңауылдар Илеш районында III асыҡ «Ауаз» башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт фестивалендә булып ҡайтты.
Унда 600-ҙән ашыу балалар һәм өлкәндәр: ижади коллективтар, ғаилә династиялары, ҡул эштәре оҫталары, студенттар һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнашты. Улар «бейеү», «вокал», «фольклоh», «инструменталь башҡарыу» номинацияларында бәйге тотто.
«Сулпан» фольклор ансамбле «Фольклор» номинацияһында 43 коллектив араһында өсөнсө урын алды. «Вокал» номинацияһында ике йыр - «Яңауыл килендәре» һәм башҡорт халыҡ йыры «Тирәккәйем»де - башҡарып дипломдарға лайыҡ булды.
Читайте нас: