Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 22:43

Бөгөн Үрге Тәтешлелә ҡот осҡос янғын сығып, унда өс кеше янып үлде.

Янғын 5 ноябрҙә 03.52 сәғәттә торлаҡ йортта сыға

Бөгөн Үрге Тәтешлелә ҡот осҡос янғын булып, унда өс кеше янып үлде.
Янғын 5 ноябрҙә 03.52 сәғәттә Үрге Тәтешле ауылындағы торлаҡ йортта сыға.
54 квадрат метр майҙандағы бер ҡатлы йортто һүндереүгә 24 кеше һәм 11 техника йәлеп ителә, - тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәте.
Янғын һанаулы минуттарҙа һүндерелә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда 1990 йылғы ҡатын-ҡыҙ һәм 2011, 2017 йылғы балалар һәләк була.
Янғында шулай уҡ 1978, 1984, 1998 йылғы ир-егеттәр ҡаза күрә. Улар әле үҙәк район дауаханаһында.
Янғын сәбәптәре асыҡлана. Был урында тикшерү-опреатив төркөм, янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй.
фото: ГУ МЧС РФ РБ
Читайте нас: