Ҡурай
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 17:20

Краснокама районы «Раздолье» психоневрология интернатында тәрбиәләнеүселәр Учалынан еңеү менән ҡайтты

Жюри бер тауыштан «Раздолье» писхоневрология интернатына Гран-при бирҙе.

Учалыла республикалағы психоневрология интернаттарында тәрбиәләнеүселәр араһында художество үҙешмәкәр сәнғәт буйынса конкурс үтте.
Конкурста «Раздолье» психоневрология интернатында тәрбиәләнеүсе Г.Ибраһимова «Арлекино» йырын башҡарҙы, «Каблучок» бейеү коллективы «Аҡҡоштар» бейеүен тамашасыға тәҡдим итте. Жюри бер тауыштан «Раздолье» писхоневрология интернатына Гран-при бирҙе.
Интернат шулай уҡ коллективтар араһында иң яҡшы хореография номинацияһында еңеүсе булды. Директорҙар советынан Г.Ибраһимоваға «Арлекино» йырын оҫта башҡарғаны өсөн махсус бүләк тапшырылды.
Читайте нас: