Ағиҙел ҡалаһы башҡорт гимназияһы ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Федерацияһы Комитетының «ЮНЕСКО клубы асылыуы тураһында» таныҡлығын алды.
Таныҡлыҡ гимназияның ЮНЕСКО клубы кураторы, ойоштороусы педагог Лениза Фәтхетдиноваға Өфөлә IV Евразия гуманитар форумы сиктәрендә үткән түңәрәк өҫтәл барышында тапшырылды.
Йыл башында уҡ гимназия «ЮНЕСКО дуҫтары клубы асылыуы» тураһында таныҡлыҡ алғайны. Был таныҡлыҡ мәғариф, фән, мәҙәниәт өлкәһендә ЮНЕСКО идеяларын пропагандалау һәм семинарҙар, конференциялар, осрашыуҙар үткәреү, икенсе мәктәптәрҙәге ЮНЕСКО дуҫтары менән тәрән бәйләнештә булыу өсөн бирелә.
Гимназия киләсәктә лә Башҡортостан милләттәре мәҙәниәтен өйрәнеү аша экологик, патриотик, хоҡуҡи тәрбиә биреү буйынса комитет үткәргән саралар, конкурстар, проекттарҙа ҡатнашырға планлаштыра.
Башҡорт гимназияһында уҡыған ЮНЕСКО дуҫтары һәм активистары «Минең Ватаным – Башкортостан!, Рәсәй – беҙҙең уртаҡ өйөбөҙ!, Мин – донъя гражданины» девиздары аҫтында уҡый һәм йәшәй.