Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 22:05

Ағиҙелдә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр подъездарҙа үткәрелгән ремонт менән ҡәнәғәт

Ҡалала барлығы 30 подъезд ремонтланды

Быйыл подъездар ремонтлау программаһы буйынса Ағиҙел ҡалаһына 10,4 млн һум аҡса бүленде. Ҡалала барлығы 30 подъезд ремонтланды. Эштәрҙе «»Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идараһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт башҡарҙы.
Иң ҙур контракт – 3,8 миллион һумлыҡ - 12 подъездлыҡ Академик Курчатов урамындағы 16-сы йортто ремонтлау өсөн төҙөлдө. Был быйылға һуңғы йорт, унда ремонт күптән түгел тамамланды.
Ниндәй эштәр башҡарылған һуң? Барлыҡ подъездарҙа ла пластик тәҙрәләр ҡуйылған, ағас тамбур ишектәре металға алыштырылған. Подьезд алдындағы лампалар кеше хәрәкәтен һиҙеп, үҙҙәре тоҡана. Баҫҡыс яндауырҙары ла яңыға алыштырылған. Тәҙрә, ишек тупһалары штукатурлап, тигеҙләнгән. Стеналар, түшәмдәр штукатурлап, буялған. Почта йәшниктәре, иғландар өсөн таҡталар яңыртылған.
Ғөмүмән, йортта йәшәүселәр ремонт менән ҡәнәғәт. Улар булдырылған таҙалыҡ, матурлыҡты һаҡларға үҙҙәре лә әҙер, ҡалғандарҙы ла шуға саҡыра.
Читайте нас: